8(347-92)780-60
Башкортостан, Белорецкий район, с.Габдюково, ул.Школьная, 2а

Сценарий

 "Әсәйем-алтыным,берҙән берем" исемле концерт

 

Галлямова Рамзиля Бакировна учительница английского языка, классный руководитель МОБУ ООШ с.Габдюково Белорецкого района  Республики Башкортостан

 

    Максаты: укыусыларға әсәйҙәрҙә яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;

Укыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу  һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

 

Сценарий

Алып барыусы:

   Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - тигән бала.  Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ". Унан һуң бала һораны: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар". "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тине Алла. "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр." "Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын." Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тине.

  Хәйерле  кис, хөрмәтле дуҫтар, туғандар!

Хәйерле кис, тамашасылар!

Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған

Ғәбдөк ауылы халҡына

Ҡайнар сәләм!

  Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

    Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп кыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

  Көндөң яктылыгы-кояшта,

  Күктең матурлыгы-йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-кыҙҙарҙа.

   Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйек беҙ  әсәйҙәрҙе,ололайык!Уларҙың канаттары кайырылмаһын,тормош ауырлыктарынан иңдәре һыгылып төшмәһен!Ҡатын-кыҙ һәр вакытта ла ҡатын-кыз булып калһын!

 

   Ә хәҙер һүҙҙе уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Фәилә Ғирфан ҡыҙына бирәйек!

   Һүҙ ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе Сәүиә Шәрифулла ҡыҙына бирелә!

-Бөгөн ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙең якты,илаһи зур байрамы.Ер йөзөндә әсәйҙән дә якын,әсәйҙән дә рәхимле,мөхәббәтле,әсәйҙән дә оло йәнле зат юктыр.

Әйтәһебеҙ килә бөгөн                    Лилиә

Ҡәҙерле әсәйҙәргә-

Был байрам доньяга килгән

Кояш нуры һибергә.

Был байрамдагы йылылык

Быуаттарга етәрлек

Һеҙҙең назлы кулдарығыҙ

Әкиәтте ысын итерлек.

Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,                    Айсыуак

Шатлык йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән котлап,

Коштар йырлай тыуган еремдә.

Өй түрендә гөлбаксала

Йырсы коштар һайраша

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн-ҙур бер тамаша.

  -   Бөтөн кешелек дөньяһына йәм биреүсе  йылмайыуығыз менән беҙҙе иркәләүсе,йылы караштарыгыз менән назлаусы,акыллы фекер-ҡараштарығыҙ  менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәребеҙ.

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы                Регина

Бөгөн ерҙә тантана

Ҡояш шуға көлә бөгөн,

Гөлдәр шуға шатлана.

Әсәйҙәр байрамына,

Кыуана шулай улар

Әсәйҙәрҙе котлай бөгөн

Ерҙә барлыҡ балалар

Был дөньяла йөҙҙәреңдән

Бар өйгә нур бөркөлә.

     -Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребез һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралткан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-кыҙ-иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаклаусы ул.

 

Әсә бөйөк исем                                               Рәзинә              

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа

Бала күңеле тиҙәр далала

Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй

хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.

 

Әсә!                                                                Розалина

Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,

Күңелемдең ул иң түрендә;

Ул-һалкында йылытыусың һинең,

Йыуанысың ауыр көнөңдә.

Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-

Күҙҙе ала алмайбыҙ.

Әсәйләрҙең бөйөклөгөн

Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

 

    -Әсә!Әней!Инәкәй!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә гәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяга килгән сәгәтенән уҡ әсәһенең йомшак кулдарын һиҙеп,яғымлы карашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөзөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк парәсе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,гәзиз әсәйҙәребез өсөн беҙ һәр вакыт бала булып ҡалабыз.Һәм беҙ әсәйҙәр байрамына бына нисек әзерләндек.

Атай менән бәргәләшеп                                                  Луиза

Таңдан тороп ултырҙыҡ

Ең һыҙғанып ҡыҙыу-ҡыҙыу

Беҙ эшләргә тотондоҡ

Әсәйҙәр көнөнә атай

Тырышып ҡамыр баҫты

Ә бесәйем  мыраубайым

Эсенә кереп батты

Бәләкәс ҡустым һабын алып

Табаларҙы таҙартты

Уның майлы битен күреп

Бесәйем ҡурҡып ҡасты

Ҡыҙыл салбар,аҡлы күлмәк

Машинала әйләнә

-Харап иттең күлмәкте,-тип

Ҙур ағайым бәйләнә.

Һеңлем дә бик тырышты,

Иҙәндәрҙе йыуышты.

Күл булып аҡҡан һыуҙарҙы

Сүмес менән йыйышты.

Дүртәүләшеп, тәмле итеп

Бәрәмәстәр яһанык

Көйөп табаға йәбешкәс

Ҡыра-ҡыра ашаныҡ.

Әсәйҙәр көнөнә шулай

Беҙ әсәйгә булыштыҡ

Уға бер эштә ҡалманы,

Бына нисек тырыштыҡ.

 

   -  Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

Ғумерем буйына                             Илүзә

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам

Абынып тормаһам

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

 

“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                    Лиана

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел

Әсәй өйҙә булһа бик рәхәт

Әйтәбез һиңә: мең рәхмәт!

    - Балалар, әсәйҙәрегеҙҙең ҡулына күҙ һалҡанығыҙ бармы һеҙҙең? Йыйырсыҡланып, ауыр эштән сөйәлләнеп, китап битенә төшкән яҙыу юлдары кеуек һызғысланып бөткән улар. Ә шулай ҙа, һине иркәләгәндә, башыңды һыйпағанда, ул ҡулдарҙан да йомшағырағ ,йылыраҡ, шифалыраҡ ҡулдар юҡтыр дөньяла!Әсәйҙәребеҙ ҡулдарынан уҙған эштәрҙе тау итеп өйһәң,юл итеп һузһаң,уны уҙырға бер ғумер кәрәк булыр ине.Ул ғумер-ысын хеҙмәт юлы.

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә                         Элина

Уларғаҙыр бөтөн ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яғты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

Һинән дә яктыраҡ                                           Диана

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтөн ер шарында.

Китһәм дә ситтәргә

Әсәйем шикләнмә,

Талпынып яныңа

Ҡайтырмын йыраҡтан.

Ни генә булһа ла

Мин һине илатмам.

Һинең күҙҙәреңде

Йәштәргә сылатмам.

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                Ильмир

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ниңә бөгөн бөтөн ерҙә                                              Гульдария

Сәскәләр балҡый беҙҙә

Ниңә ҡояш көлөп ҡарай

Беләбеҙ һәммәбеҙ ҙә

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй

Илһам бирә миңә йәшәргә

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ язһын

“Әсәй”тиеп уға әйтергә.

    Йыр "Әсәйҙәр бер генә"

   - Хөрмәтле әсәйҙәр! Хәҙер һеҙҙең иғтибарға балаларығыҙ әҙерләгән концерт тәҡдим итәбеҙ. Башҡарған йыр-бейеүҙәр - балаларығыҙҙың һеҙгә ысын күңелдән бүләге. Ҡул сабып, йылмайып ял итегеҙ!

1.Концертты дауам итергә бәләкәстәрҙе саҡырайыҡ!

( Өрәнсек класстар йыры "Әсәйгә ярҙам итәм")

 

 2.Була шундай уңғандар

Уҡыуҙа ла тырыштар

     Йыр-моңға ла ғашиҡтар

Спортты ла һөйәләр

      Кескәй генә булһалар ҙа

Һәр ергә өлгөрәләр.

Һеҙҙең өсөн 1 класс ҡыҙҙары башҡарыуында бейеү ыҙҙар бейеүе"

3. Әсәй һүҙе - йырлы үҙе

     Йәшәү шикелле серле.

 Әсәй һүҙе өлгө миңә

Әсәй һүҙе тәьҫирле.

Айтбаева Динара башҡарыуында сәйем, бергенәм" йыры

4.Ильмир бейей сәхнәлә

Йәш егеттәр бейеүен

Ҡарағыҙсы әле уның

Өҫтөндәге кейемен.

Һеҙҙең алдығыҙҙа Баязитов Ильмир "Байыҡ" бейеүе менән 

5.Һеҙҙең өсөн 1 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр

6. Бейеү бит ул ялҡынлы дәрт

Бейеү спорт һәм сәнғәт

      Бейеү талант һәм хеҙмәт ул

 Бейеү тылсымлы хикмәт.

 Башланғыс класстар башҡарыуында "Дуҫлыҡ" парлы бейеүе

7.Ни булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

    Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа

                     Һеҙҙең алдығыҙҙа Закирова Рәзинә  "Атай -әсәй ҡәҙерлеләрем" йыры  менән

8.Ҡарайыҡ хәҙер дуҫтар

Сәскәләр бәүелеүен.

           Сәскә-гөлдәрҙәй бәүелеүен

    Һылыу ҡыҙҙар бейеүен.

ылыу ҡыҙҙар" бейеүе,Башҡара: башланғыс синыф ҡыҙҙары

9.Киләһе концерт номерыбыҙ Ғималетдинов Назар һәм Мырҙагилдин Айбулат башҡарыуында "Атай елкән яһап бирһә" йыры. Рәхим итегеҙ!

      10.Баҫам- баҫам тыпырҙатып

Аяҡтарым төҙ генә.

    Аяғымды йәлләмәйем

Иҙәне түҙһен генә.

Ғәлләмова Гүзәлиә Башҡорт бейеүе менән сығыш яһай. 

11.Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк

Күстәнәсем башҡа юҡ минең - ти

Айтбаева Динара "Ауыл урамы" йыры

12.Ә хәҙер егеттәр башҡарыуында "Егеттәр" йырын тәҡдим итәбеҙ"!

 

13.   Яндырып баҫ, өҙҙөрөп баҫ,

     Сәсрәп китһен осҡондар.

 Һин бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

 Һеҙҙең алдығыҙҙа башҡорт бейеүе менән Регина Әхмәтйәнова

14.Киләһе концерт номерыбыҙ мәктәптең бәләкәй йондоҙсоғо Ғималетдинова Гөлдәриә башҡарыуында " Башҡортостан" йыры.

                15.Эй, тормоштоң йәме йәп-йәш ҡыҙҙар

  Йөрәктәрҙе утҡа һалалар.

           Сәскә кеүек һылыуҙарға ҡарап,

    Бабайҙар ҙа баҫып ҡалалар

      Бейегәндә уттар сәсрәтәләр

       Йөрәктәргә дәрттәр һалалар.

                          "Сиған бейеүе"  менән Лиана Ғималетдинова.

16.Йыр үлемһеҙ, йәшәй, көрәшә.

Бар доньяға шатлыҡ өләшә.

Осҡан саҡта күреп ҡаламын

Ер өҫтөн ул байҡай яратып.

 Аитбаева Элина һәм Мөхәмәтшины Фирүзә башҡарыуында "Атай устары " йыры

        17.Ниндәй генә хистәр уятмайһың

                   Эй, тылсымлы йыр, һин һәр кемдә!

               Һин ул минең ялан-ҡырҙарымда

                Туғайҙарым, йылғам, тауҙарымда

             Һағышымда, ҡайнар дәртемдә.

 Ғәлимова Әлиә башҡарыуында "Йәш ғүмер"йыры.Рәхим итегеҙ!

18.Эй, һылыу ҙа буйҙары

Серле лә ҡараштары

     Ул бейей башлаһа инде

  Китер иҫең-хуштарың

Һеҙҙең өсөн "Вася, Василек" бейеүе.Аитбаева Элина

 

19.Концертыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Мөхәмәтшинә Фирүзә башҡарыуында "Оҙаҡ йәшә, әсәй, шатлыҡ менән" йыры

        20.Был бейеүҙә барҙыр бөтәһе лә:

                Күпме хис-наҙ, күпме зарурлыҡ!

  Һын - моңонда, халҡым

Мәшһүрлегең,

Бейеүеңме?

Тарих тоторлоҡ.

                                              Һеҙҙең өсөн татар халыҡ бейеүе.Башҡаралар: Лилиә Гималетдинова һәм Земфира Әхмәтйәнова

 

21.Мин аңланым йырҙың бөйөклөгөн

    Йырһыҙ кеше - бахыр кеше икәнен

   Тормош үҙе мәңге йырлап туймаҫ

Һоҡландырғыс бер йыр икәнен.

 Шөғәйепова Шәүрә башҡарыуында йыр "Шәмдәлләр"

22.Киләһе концерт номерыбыҙ  Аитбаева Элина башҡарыуында "Сыңрау торна" бейеүе.Рәхим итегеҙ!

23.Йырла, йырсы, йәмле таң атҡанда

    Сулпан ҡалҡып тиҙерәк ай батһын

Һине тыңлап гөлдәр сәскә атһын

Бейек тауҙар ишетеп таң ҡалһын.

Хөсәйенова Шәүрә башҡарыуында "Яҙмыштан уҙмыштар" йыры.Ҡаршы алығыҙ!

24.Ә хәҙер Нәжметдинова Илүзә Рәми Ғариповтың "Әсә ҡулдары" шиғырын һөйләй.

   Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һез-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнья йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,   һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.

25.Һеҙҙең алдығыҙҙа "Һыу буйында усаҡ яна" йыры менән Аитбаева Элина.

 

  Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!