Тема: “ Донъяның бар гүзәллеге ҡатын- ҡыҙҙа“
Маҡсат: уҡыусыларҙа ҡатын_ҡыҙҙарға ҡарата ихтирам уятыу,
ғаилә hәм йәшәйеш именлегенең ҡатын_ҡыҙға, әсә_кешегә бәйле икәнен аңлатыу, бөгөнгө башҡорт ҡыҙы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге хаҡында әңгәмә үткәреү.
Йыhазландырыу: видеофильм, магнитофон, плакаттар, китап_
тар, гәзит_журнал материалдары, картиналар.
Плакаттар.
1) Һин ҡатын_ҡыҙ, hин матурлыҡ, гүзәллек, аҡыл, белем
донъяhы.
2) Әсә — милләт тотҡаhы.
3) Ҡатын_ҡыҙ — йорттоң биҙәге.
Дәрес барышы:
Уҡытыусы: — Уҡыусылар, ни өсөн бөгөнгө тема ошолай атала?
Уҡыусы:
— Сөнки ҡатын_ҡыҙ — иң гүзәл hоҡланғыс кеше.
— Ҡатын_ҡыҙҙарhыҙ донъяның йәме булмаҫ ине.
— Ҡатын_ҡыҙ — донъяның тотҡаhы, тормоштоң йәме.
— Уларhыҙ йәшәүҙең мәғәнәhе юҡ тип уйлайым.
— Ҡатын_ҡыҙ — милләт тәрбиәсеhе.
— Шағирҙарҙың да, яҙыусыларҙың да, рәссамдарҙың да
әҫәрҙәрендә ҡатын_ҡыҙ образы иң күркәм образ булып тора.
Уҡытыусы: — Афарин, уҡыусылар! Бик дөрөҫ әйттегеҙ, матур
фекерҙәр! Ҡайhы әҫәрҙәрҙә ҡатын_ҡыҙ образы ошо сифаттарҙа
hүрәтләнә?
Уҡыусы: Мостай Кәримдең “Айгөл иле“ драмаhында Айгөл образы, “Оҙон_оҙаҡ бала саҡ“ повесында Оло инәй, Кесе инәй, Аҡйондоҙ образдары.
— Һәҙиә Дәүләтшинаның “Айбикә“ повесында Айбикә образы,
“Ырғыҙ“ романында Гөлйәҙәм образы.
— Зәйнәп Биишеваның “Яҡтыға“ трилогияhында Емеш образы.
Уҡытыусы: Бик дөрөҫ әйттегеҙ. Ошо образдарҙы hеҙ нисек күҙ
алдына килтерәhегеҙ?
Уҡыусы: — Был образдар инсафлы, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, үҙҙәрендә ихтыяр көсө табып, алдынғы ҡарашлы кешеләр ьбулып күҙ алдына баҫа.
— Ауыр, михнәтле яҙмыш та уларҙы hындырмай, hәр береhе
тормошта үҙ юлын таба.
— Был образдар беҙҙе hоҡландыра, күңелдәрҙә матурлыҡ тыуҙыра, үҫтерә.
Уҡытыусы: Эйе, бик дөрөҫ билдәләп киттегеҙ. Ауыр яҙмышлы
ҡатын-ҡыҙ образдарына яҙыусыларҙан кемдәрҙе индерер инегеҙ?
Уҡыусы: — Һәҙиә Дәүләтшинаны, Зәйнәп Биишеваны. Һәҙиә
Дәүләтшинаның тормош юлы hикәлтәле. Тормош иптәше Fөбәй
Дәүләтшин репрессия йылдарында “Халыҡ дошманы“ тип нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алына, юҡ ителә.
Аҙаҡтан уны ла ҡулға алалар. “Халыҡ дошманы“ның ҡатыны тип
нахаҡҡа ғәйепләнеп төрмәләрҙә ыҙа сигә, hаулығын юғалта. Төрмәнән ҡайтҡас, бөтә кеше унан ситләшә. Һаулығы ла юҡ, күҙ терәр кешеhе лә булмай, әммә рухи көс, ныҡлыҡ уны йәшәргә, ижад итергә көс өҫтәй.
Зәйнәп Биишева ла тормоштоң бөтә ауырлығын, фажиғәhен
күреп, донъяға билдәле яҙыусы булып китә.
— Икеhе лә бөтә михнәттәрҙе үҙ елкәләрендә татыйҙар, ләкин
бөгөлөп төшмәйҙәр, ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға ҡаршы тороп, тормошта сағыу эҙ ҡалдыралар.
Уҡытыусы: Эйе, уҡыусылар, тормош михнәттәре уларҙы,
киреhенсә сыныҡтыра, йәшәргә көс бирә.
Әйҙәгеҙ, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлап үтәйек әле (“Fилми_
яза“, “Зөлхизә“ йырҙарын магнитофон аша тыңлау).
Бына hеҙ әле башҡорт халыҡ йырҙарын “Fилмияза“, “Сәлимә“,
“Зөлхизә“не тыңлап киттегеҙ. Был йырҙар тураhында нимәләр
беләhегеҙ?
Уҡыусы: Был йырҙар ҡатын_ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышы
тураhында. Был образдарҙың яҙмыштары бик аяныслы, беҙҙе уй_
ландыра, борсоуға hала.
— Бында шулай уҡ М.Fафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр“ повесындағы
аяныслы яҙмышлы Fәлимә образын да әйтеп китергә кәрәк. Шәриғәттең иҫке ҡанундары нигеҙендә Fәлимә шундай фажиғәгә дусар була. Был образдар — иҫке тормоштоң ғәйепhеҙ ҡорбандары.
Уҡытыусы: Эйе уҡыусылар, элекке заманда ҡатын_ҡыҙҙарҙың
яҙмыштары бик аяныслы булған. Әйҙәгеҙ, әле видеонан “Ете ҡыҙ“
бейеүен ҡарап китәйек. (Видеофильм “Ете ҡыҙ“ бейеүе).
Уҡытыусы: Был бейеү нигеҙендә нимә ята?
Уҡыусы: “Ете ҡыҙ“ легендаhы ята.
Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, кем hөйләп китер легенданы?
Уҡыусы: (Легенда hөйләй).
Уҡытыусы: Ошо бейеү аша нимәне аңланығыҙ?
Уҡыусы: Ҡыҙҙарҙың баҫалҡы, оялсан, ипле, бер hүҙле, татыу
булыуҙары күренә.
— Улар — ғорур ҡыҙҙар. Бейеү хәрәкәттәре аша үҙ тойғола_
рын, шатлыҡ_ҡайғыларын да әйтеп бирергә ынтылалар.
— Был бейеү ете ырыуҙың берҙәмлеген, татыулығын да hүрәтләй.
Уҡытыусы: Бик дөрөҫ!
Ә хәҙер бына был картинаға күҙ hалығыҙ. Картина нисек атала?
Уҡыусы: Беренсе башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеевтың
“Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы“ картинаhы.
Уҡытыусы: Ни өсөн картинаның исеме зәңгәр исеме менән
бәйләнгән?
Уҡыусы: Зәңгәр төҫ — сафлыҡ, күңел сафлығы, бөхтәлек,
нәфислек, йомшаҡлыҡ, мөләйемлек, иркәлек ул.
Уҡытыусы: Картинаның алғы планында кемде күрәhегеҙ?
Уҡыусы: Зәңгәр күлдәкле hылыу башҡорт ҡыҙын.
Уҡытыусы: Ҡыҙҙың кейемдәрен тасуирлағыҙ.
Уҡыусы: Өҫтөндә күк төҫлө зәңгәр күлдәк. Оҙон еңле, бәбәй итәкле, итәгендә таҫма. Ҡыҙға килешеп тора. Матур килешле тегелгән.
Уҡытыусы: Ҡыҙҙың йөҙөнә ҡарап, ни әйтергә була?
Уҡыусы: Ҡап-ҡара сәс толомдарын икенән үреп төшөргән, алhыу
йөҙлө, ҡара ҡыйғас ҡашлы, мөләйем ҡара күҙҙәре, сейә кеүек ирендәре.
— Ҡараштарында hағыш та, йылмайыу ҙа бар.
Уҡытыусы: Эске донъяhы нисек hүрәтләнгән?
Уҡыусы: Донъяға hоҡланып баҡҡан кеүек. Эске донъяhы
күҙҙәрендә сағыла. Нескә күңелле, эш hөйөүсән итеп hүрәтләнгән.
Уҡытыусы: Артҡы планда ни күрәhегеҙ?
Уҡыусы: Һандыҡ өҫтөндә төрлө балаҫтар, юрғандар ҡыҙҙың
бөхтәлеген күрhәтә. Биҙәкләп hуғылған балаҫтар hап-hары туҫтаҡ
ҡыҙҙың ҡул эшенә, аш-hыу әҙерләргә оҫта икәнлеген күрhәтә.
Уҡытыусы: Рәссам ни әйтергә теләгән?
Уҡыусы: Рәссам башҡорт ҡыҙҙарына хас булған сифаттарҙы ошо
образ аша күрhәтергә теләгән.
Уҡытыусы: Бик дөрөҫ hөйләнегеҙ. Эйе, ниндәй генә әҫәрҙе
алhаҡ та, ҡатын-ҡыҙ образы күркәм образ булып күҙ алдына килә.
Ә бына хәҙерге көндә ҡатын-ҡыҙҙар тураhында ни әйтерhегеҙ?
Уҡыусы: Ҡыҙҙар үҙ урынында ҡала белhен ине ул. Улар бит
киләсәктә изге әсәй ҙә, тоғро ҡатын да була торған кешеләр бит.
— Хәҙер ҡайhы бер ҡыҙҙар үҙҙәрен йәмhеҙ күрhәтәләр, йәмhеҙ
тәрбиә алалар. Уларҙан киләсәктә ни көтмәк кәрәк?
— Эсеү, тәмәке тартыу, наркомания, бәйhеҙлек күренештәре
күңелде ҡыра. Быларға ҡаршы көрәшергә кәрәк, әлбиттә, ул кешенең үҙенән тора.
— Әсә булыу үҙе бер бәхеттер тип фекер йөрөтәм. Әгәр ҡыҙҙар
киләсәкте бәхетле итеп күрергә теләhәләр, тәрбиәле булыуҙың иң
мөhим икәнен онотмаhындар.
Уҡытыусы: Бөгөнгө ҡыҙҙар ниндәй сифаттарға эйә булырға
тейеш? Кем нисек уйлай?
— Әлбиттә, ипле, әҙәпле, аҡыллы, тәртипле, егәрле, уҡымышлы, сабырлы тип уйлайым.
Уҡытыусы: Идеал образ итеп кемде алыр инегеҙ?
— Әлбиттә әсәйемде. Мин, ғөмүмән, әсәйемә оҡшаған ҡыҙҙар
hайлар инем.
— Мин дә шулай уҡ.
— Минең әсәйем егәрле, уңған, мөләйем, ғаиләлә хөрмәтле
кеше, үҙе уҡытыусы.
— Ә ҡул эшенә, аш-hыуға оҫта минең әсәйем.
Уҡытыусы:Маладис, уҡыусылар!
Әйҙәгеҙ, эпиграфҡа, плакаттарға күҙ hалығыҙ.
— Эйе, әсәйҙәр-милләт тотҡаhы. Һәр бер әсә балаhына, үҙ теленә, иленә ҡарата hөйөү, хөрмәт уятырға тейеш. Баланың теле лә әсә теле менән асыла бит.
— Эйе, ҡатын-ҡыҙ — гүзәл образ, тормош йәме. Әсәйҙәребеҙ
иҫкә төштө. Беҙ уларҙы уйлап hоҡланабыҙ.
— Тик әлеге заманда әсәйҙәребеҙгә донъя көтөү икеләтә ауыр.
Иҡтисади, сәйәси шарттар, тормош ауырлығы баҫа.
— Әсәйҙәргә ҡарата миhырбанлы, рәхмәтле булыу кәрәк.
— Һәм барлыҡ ҡыҙҙарға әйтер инем: аҡыллы, тәртипле, белемле булырға кәрәк, тормошта үҙ юлдарын, бәхеттәрен тапhындар.
— Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы — әсә булыу, бала бағыу, ғәилә
ҡарау, тәрбиә биреү, белемле, көслө рухлы, телен, илен яратҡан
киләсәк быуын үҫтереү.
— Һәр бер ҡыҙ үҙендә hәйбәт сифаттар тәрбиәләhен ине.
Уҡытыусы: Афарин, уҡыусылар! Рәхмәт!
Баhалар ҡуйырға көндәлектәрегеҙҙе бирегеҙ.
Өйгә эш:
I. Киләhе ижади дәрескә шиғыр, хикәйә, әкиәт, инша, нәҫер,
мәҡәлә яҙып килергә.
Поделиться с друзьями: