8(347-92)780-60
Башкортостан, Белорецкий район, с.Габдюково, ул.Школьная, 2а

Методическая копилка

Воспитательная работа

“Йәгеҙ әле, егеттәр” бәйгеһе Ҡатнашыусылар: 5 – 9 класс егеттәре. Максат: Егеттәрҙә коллективизм, түҙемлелек, ярҙамсыллыҡ тәрбиәләү; аралашыусанлыҡ, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыу. Алып барыусы. Хәйерле көн теләйем таңдар һайын, Аяҙ күктәр теләйем еремә. Ҡояшлы көн теләйем бар кешегә Һәм именлек теләйем илемә. Хәйерле көн, тимен, һәр кешегә, Хәйерле көн теләйем гөлдәргә. Һөйкөмлөлөк теләйем йәш ҡызҙарға, Һәм сабырлыҡ теләйем егеттәргә. Хәйерле көн барығыҙға ла! Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле егеттәребеҙ! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә бәхет, шатлыҡ, зур уңыштар, һәм һәр ваҡыт күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Ә һеҙ беләһегеҙме, ни өсөн бына 23сө февраль Ватанды һаклаусылар көнө тип атала? 1918сы йылдың 23сө февралендә Ҡыҙыл Армия төҙөлә һәм был көн Ҡыҙыл Армия тыуған көнө тип билдәләнеп үтелә башлай. СССР барлыҡҡа килгәндәң һүң был көндө Совет Армияһы көнө тип үҙгәртәләр, ә һуңғараҡ Ҡораллы көстәр һәм хәрби-диңгеҙ флоты көнө. Ә хәҙер 23 сө февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Һәм һәр ваҡыт был көн барлыҡ ир-егеттәребеҙҙең байрам көнө булды. Ҡәҙерле егеттәр! Барығыҙҙың да көслө, батыр, ҡыйыу, Ватандың ышаныслы һаҡлаусылары булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һәм барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлай ҡызҙар. Ошо байрам уңайынан ойошторолған бәйгене башлап ебәрергә һәм уйынсыларыбыҙ менән таныштырырга рөхсәт итегеҙ. /5-9 класс егеттәре бәйгегә сыға/ Был бәйгелә тәүге тапҡыр Сыҡтығыҙ һеҙ ҡаршыға. Уңғанмы һеҙ, зирәкме һеҙ Һынарбыҙ йыр-моңда. Яратырбыҙ, алҡышларбыҙ Хәйер-фатиха беҙҙән. Бөгөнгө байрам бәйгеһе Еңеү көтә бит һеҙҙән. 1. Конкурс: “Строевая подготовка команд”. 2. Егеттәрҙе һынап ҡарайыҡ Аш-һыу өлкәһендә лә. Уларға көс биреп торайыҡ Бәрәңге әрсегәндә. Конкурс: “Бәрәңге әрсеү”. Ә инде егеттәребеҙҙе ҡотларға һүҙҙе ҡыҙҙарға бирәбеҙ. 3. Конкурс: “Төҙ атыусы”. 4. Ҡул эшенә оҫталыҡты Һынарға ваҡыт еткән. Кәрәк бөхтә тегергә Костюм һүтелеп киткән. Конкурс: “Күлдәккә төймә тағыу”. 5. Конкурс: “Йылмайып һуған һәм лимон ашау”. 6. Конкурс: “Отжимание всей командой”. Ә хәҙер һүҙҙе ҡыҙҙарға бирәйек 7. Рәсем яһарға Егеттәр оҫта микән? Әйҙә шуларҙы ҡарайыҡ Ҡайһыһы матур икән? Конкурс: “Күҙҙәрҙе бәйләп танк рәсеме яһау”. 8. Конкурс: “Хат яҙыу”. Ҡыҙҙарға һүҙ биреп китәйек 9. Конкурс: “Һорауҙарға яуап биреү”. Нимә өҫтәл янында бигерәк кәрәк? (Ауыҙ) Ниндәй һауыттан эсеп булмай? (Буш) Ҡайһы ай календарҙа юҡ? (Һауалағы ай) Һыйыр һыуҙан сыҡҡас нимә эшләй? (ҡоро ергә баҫа) Ниндәй һорауға “эйе” тип яуап биреп булмай? (“Йоҡлайһыңмы?”) Бер имәндә өс ботаҡ, ботаҡ һайын өсәр алма. Барыһы нисә алма? (Имәндә алма булмай) Һыу ҡайҙа ҡоро була? (География картаһында) Һыйыр ни өсөн ята? (Ултыра алмағанға) Бүрегенә сәпсек ҡунғанда ҡарауылсы ни эшләй? (Йоҡлай) Нимәне йомоҡ күҙ менән күреп була? (Төштө) Батша кемгә баш эйә? (сәстарашҡа) Кәзә һыуҙан нисек сыға? (һыуланып) Ҡара бесәй ниндәй ишектән керә? (Асыҡ) Һигеҙ таяҡтың дүртәүһен һындырғас, нисә таяҡ ҡала? (12 таяҡ) Биш алманы биш кешегә берәр алманан бүлегеҙ ҙә, берһе кәрзиндә ҡалһын. (Бер кешегә кәрзине менән бирәһең) Дәрес башында беҙ нимә ишетәбеҙ? (“Д” өнө) Яҙ менән көҙ нимә менән тамамлана? (“Ҙ” өнөнә) Ҡайһы йылда кешеләр күберәк ашай? (Кәбисә йылында, 1көн артыҡ)високосный Күлләкте икегә айырһаң нимә килеп сыға? (Күл һәм дәк) Б” менән башлаһаң – бик тәмле әйбер, “С” менән башлаһаң – бүрәнәләр бәйләме, “Ҡ” менән башлаһаң – бойороҡ һүҙ. Был ниндәй һүҙҙәр? (Бал, һал, ҡал.) Ямғыр яуғанда ҡуян ниндәй ҡыуаҡ аҫтында ултыра? (Һыу, еүеш) 1кг мамыҡ ауырмы, 1кг тимерме? (Тигеҙ) Әйҙәгеҙ ҡәҙерле дуҫтар Туҡтатабыҙ уйынды. Хәҙер жюри һеҙгә әйтер Иң беренсе урынды. Жюри урындар билдәләп үтә --Егеттәр! Һеҙгә лә әйтәһе теләктәребеҙ бар: Был гүзәл ил өсөн, Был ғәзиз ер өсөн Батырҙар баштарын һалдылар. Һеҙ илдә үҫһен тип, Иҙелдә йөҙһөн тип Мәңгегә сит ерҙә ҡалдылар. Онотмағыҙ быны, Күп йылдар үтһә лә, Һулымаһын йөрәктә хисегеҙ. Батырҙар шикелле, Атайҙар шикелле Ил яклар ир булып үҫегеҙ!

     Юл билдәләре.

     

       Максат: 1) юлда йөрөү ҡағиҙәләрен, юл билдәләрен үҙләштереү;

                   2) урамда йөрөгәндә иғтибарлы булырга, юл ҡағиҙәләренә буй-

                    һонорга  өйрәтеү;          

                   3) машина йөрөтөүсе һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

                   4) фекерләү һәләтен үҫтереү.

     

     Йыһаздар:  юл билдәләре

     

    Мероприятие  барышы:

       I. Ойоштороу өлөшө.

      II.  Тема, маҡсат менән танышыу.

     -  Хәйерле иртә уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән  ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн һеҙҙең менән юлда йөрөү ҡағиҙәләрен ҡабатларбыҙ һәм уларҙы ҡулланырға өйрәнербеҙ. Шулай уҡ юл билдәләре менән танышырбыҙ.

     -  Һеҙ ниндәй юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙ?

       1. Фәҡат тротуар буйлап ҡына бар һәм бер ҡасан да машина юлынан йөрөмә.

       2. Юл аша тейешле урындан ғына сыҡ һәм һис ҡасан рөхсәт ителмәгән урындан атлап сыҡма.

       3. Урам аша светофорҙың бары тик йәшел уты янғанда ғына сығырға ярай һәм һис тә ҡығыл утҡа ҡаршы сығырға ярамай.

       4. Машина юлынан һәр ваҡыт ситтәрәк булырға тырыш, сөнки берәй машина яңлыш тротуар өлөшөнә менергә мөмкин.

       5. Йәшел ут яныуға уҡ юл аша сығырға ашыҡма, сөнки берәй автомобиль туҡтап өлгөрмәҫкә мөмкин. Шуға күрә көтөп тор, барлыҡ машиналар һәм мотоциклдар туҡтағанына ышан, ә һуңынан тыныс ҡына сыҡ.

       6. Юл аша кешеләр төркөмө менән сығырға тырыш, бергә барғанда күпкә ҡурҡынысһызыраҡ.

       7. 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.

       8. Тротуарҙа кескәйҙәргә генә балалар велосипедында йөрөргә рөхсәт ителә.

       9. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре велосипед рулен тотмайса йөрөүҙе тыя.

       10. Бер кемде лә рам өҫтөнө йәки багажникка ултыртып йөрөмә.

       11. Машинаға тротуар яғынан ултырырға һәм, машина бөтөнләй туҡтағас ҡына, тротуар яғындағы ишектән төшөргә кәрәк.

       12. Машина барғанда, ишеген асырга ярамай.

       13. Йәмәғәт транспортында барғанда, ишеккә һөйәлмә.

       14. Әгәр эйәһеҙ ҡалған сумка, пакет йәиһә башҡа әйберҙәр күрһәң, был хаҡта транспорт йөрөтөүсегә хәбәр ит.

    Тест № 3.

          Нимә  тыйыла,  ә  нимә  рөхсәт  ителә? “эйе”  йәки  “Юҡ”  тип  әйтәбеҙ.

     

    1.           14  йәше  тулмаған  балаларға  велосипедта  йөрөү  тыйыла.

    2.         14  йәше  тулмаған  балаларға  машина  юлынан  велосипедта  йөрөү  тыйыла.

    3.         14  йәше  тулмаған  балаларға  ишек алдында,  паркта,  стадионда  велосипедта  йөрөү  тыйыла.

    4.         Кескенә  балаларға  балалар  велосипедында  тротуарҙан  йөрөргә  рөхсәт  ителә.

    5.         Велосипедта  рулгә  тотонмайса  йөрөү  рөхсәт  ителә.

    6.         Кемде  лә  булһа  велосипед  рамына  йәки  багаж  урынына  ултыртып  йөрөү  тыйыла.

      III. Яңы  белем  һәм  күнекмәләр.

      - Ә  хәғер  кроссворд  сисербеҙ.

                                                              1  ю   л

                                                   2   в   е   л   о   с   и   п   е   д                       

                               3   а   в   т   о   м   о   б   и   л   ь

                               4   п   а   с   с   а   ж   и   р

                                                    5   һ   у   л   ғ   а

                                                    6   д   у   ғ   а

                                                    7   с   в   е   т   о   ф   о   р

                                         8   с   а   м   о   л   ё   т

                                9   м    и ҙ  г   е   л   д  ә   р

                                                         10  т   р   о   т   у   а   р

                                                    11  с   в   е   т   о   ф   о   р  

     

      1. Барам,  барам – осо юҡ. (Юл)    2. Ике  аяҡлы  үгеҙ,  маңлайында  ҡуш  мөгөҙ. (Велосипед)

      3. Дүрт  тәгәрмәс,  ике  елтыраҡ,  бер  ыжғырыҡ. (Автомобиль)

      4. Транспортта  шофёр  янында  ултырып  барыусы  кеше. (Пассажир)

      5. Урамда  юлды  арҡыры  сыҡҡанда,  иң  элек  ҡайһы  яҡҡа  ҡарайбыҙ. (һулға)

      6. Ат  башында  ҡара  көйәнтә. (Дуға)

      7. йәйен,  көҙөн,  яҙ,  кышын,

          Иртән,  кисен,  көндөҙөн.

          Аса,  йома  өс  күҙен,

          Телһеҙ  әйтәҙер  һүзен

          Бик  тиҙ  аңлайҙар  үҙен. (Светофор)

      8. Ҡош  түгел,  үҙе  оса

          Һаүала  эҙе  ҡала. (Самолёт)

      9. Дүрт  ҡоҙағый,

          Берһен – берһе  ҡыуалай. (Миҙгел)     10.Йәйәүлеләр  йөрөй  торған  урын. (Тротуар)

      11. Урам  уртаһында  тора

          Өс күҙле  бер  командир.

          Үҙе  уҫал,  үҙе  ҡырыҫ,

          Үҙе  беҙгә  яҡын  дуҫ. (Светофор)    - Ниндәй һүҙ  килеп  сыҡты?

      - Юл  билдәләре.    - Тимәк  беҙ  һеҙҙең  менән    юл  билдәләре тураһында  һөйләшербеҙ.

     

      - Хәҙер  - автомобиль  заманы. Транспорт  күп  булганлыктан,  уларҙың  хәрәкәтен  тәртипкә  һалырға  кәрәк.  1994 йылдан  беҙҙең  илдә  халыҡ ара  юл  йөрөү  ҡағиҙәләре  керетелгән.  Барлыҡ  машина  йөрөтөүселәр  уларҙы  өйрәнәләр  һәм  ҡулланалар.  Был ҡағиҙәләр  боҙолған  осраҡта  төрлө  юл  һәләкәттәре – авариялар  була,  машиналар  ватыла,  иң  аянысы – кешеләр  имгәнә,  үлә.

         Юл  йөрөү  ҡағиҙәләрен  машина  йөрөтөүселәр  генә  түгел,  йәйәүлеләр  ҙә  яҡшы  белергә  тейеш,  сөнки  йыш  ҡына  улар  ғәйебе  менән  юлдарҙа  төрлө  фаҗиғәләр  була.  Уларҙа  күбеһенсә  балалар  үлә,  имгәнә,  ғәрип  ҡала.  Был – бик  ҡызғаныс,  ауыр  хәл.  Күп  балалар,  теге  машина  килеп еткәнсе, мин  сығып  етәм  әле,  шәп  йүгерәм  бит,  тип  уйлай.  Ләкин,  нихәтле  яҡшы  сапһаң  да,  машина  барыбер  тиҙерәк  йөрөй.  Ундай  саҡта  шофёр  ҙа  машинаны  туҡтатып  өлгөрә  алмай.

        Шуға  күрә  беҙгә, юл  билдәләрен  хәтерҙә ҡалдырырға, юл  кағиҙәләрен үтәргә  кәрәк.       

     IV.

      - Юл  билдәләрен  бер нисә  төркөмгә  бүләләр:

        1. Киҫәтеүсе  билдәләр.

         Был  билдәләр  машина  йөрөтөүселәрҙе  хәтәр  урынға  яҡынлашыуҙары тураһында  киҫәтә. Улар  ҡыҙыл  ҡырлы  аҡ  өсмөйөш  рәүешендә  була.  

        2.Тыйыүсы  билдәләр.

         Был  билдәләр  машина  йөрөтөүсене  ниҙән  дә  булһа  тыя.  Улар  ҡыҙыл ҡырлы аҡ  йәиһә  зәңгәр  түңәрәк  рәүешендә  була.

        3. Күрһәтеүсе  билдәләр.

         Был  билдәләр  кемгә  һәм  ҡайҙа,  ҡайһы  яҡҡа  табан  хәрәкәт  итергә  ярағанлығын  күрһәтә.  Улар  аҡ рәсем  менән  күрһәтелгән  зәңгәр  түңәрәк  рәүешендә  була.

         4. Информацион – күрһәткес  билдәләр.

          Машина  йөрөтөүсегә  һәм  йәйәүлегә  мөһим  мәғлүмәттәр  биреүсе  билдәләр  шулай  атала.

      5. Сервис  билдәләре.

          Сервис – хеҙмәт  күрһәтеү  тигән  һүҙ.  Сервис  билдәләре  машина  йөрөтөүсегә  ҡайҙа  ашап  алырга  һәм  ял  итергә,  машина  төҙәтергә  мөмкин икәнлеген,  яғыулыҡ һалыу  станцияһының,  ҡунаҡхананың  ҡайҙа  булыуын  һ.б.  белгертә.

         Йомғаҡ яһау.

     

    1.         Ауылдарҙа  юҡ  ул,  ләкин

     һин  ашыҡма,  туҡтап  тор.

     Беләйек  әле  нимә  икән

     Ул  бит  әйбер  светофор.

         Ҡара,  ҡара  яң– яғыңа

         Уңға,  һулға,  артыңа.

        ана бит  ул  нәҡ  ҡаршыңда

          Бағана  алдыңда.

    2.Ҡалаларҙа һәр  саҡ һайын

     Туктап  хәлдән  таяһың.

     Ярай  әле  светофор  бар,

     йәшел  янғас сығаһың.

    3.Ҡай ваҡытта  машиналар

      өйөләләр  бер  ергә.

      Ватыҡ  светофор  янынан

      Китеп  булмай  кирегә.

        VII. Һорауҙарга  яуап.

    Юл  билдәләре  ниндәй  төркөмдәргә  бүленә?

    Юл  билдәләренең  һәр  төркөмөнә  ниндәй  бурыс  йөкләнә?

    Киҫәтеүсе  билдәләр  ниндәй  була?

    Тыйыуы  билдәләр?

    Күрһәтеүсе  билдәләр?

    Информацион – күрһәткес билдәләр?

    Сервис  билдәләре?

     

      -Ә  хәҙер  бындағы  юл  билдәләрен  ҡарайыҡ.  Мин  һеҙгә  юл  билдәләренең  берһе  тураһында  шиғыр  уҡыйым.  Һеҙ  ҡайһы  билдә  икәнлеген  күрһәтегеҙ.

     

       - Туҡта!  -тип  әйтә  билдә,                           йәйәүлеләр  юлы  аша

           Хәүеф – хәтәрҙәр  юҡмы?                         сығығыҙ  ҡаршы  яҡҡа.

           Әгәр  инде  булмаһа,                                 “Зебра” һыҙыктары  кеүек

           Газҡа  баҫ та  бар  алға.                            Буялған  ул  юл  аҡҡа.

           Был  билдәгә  ҡараһаң                                   Был  билдә шоферҙарға

           һөйөнөп  тә  ҡуяһың.                                    Туҡтап  торорға  ҡуша.

           Велосипедта  ғына                                      Хәүеф – хәтәр  уҙғастан

           Йөрөргә  кәрәк  икән.                                 Әйҙә - шофер  бар  алға.

           Был  билдәне  күрһәләр,

           Шоферҙар  уйланалар.

           тимәк,  яҡында  мәктәп  бар,

           Иғтибарга  алалар.   

     

    -              Балалар! Һеҙҙең  шофер  булаһығыҙ  киләме?

    -           Яҡшы  шофер  булыу  өсөн  нишләргә  кәрәк?

    -           Ниндәй кҡағиҙәләрҙе  белергә  кәрәк?

            Укыусыларҙың  яуаптарын  тыңлау

           1. Юлда  йөрһәң,  бул  өлгөр,

        Юл  ҡағиҙәһен  ныҡ  бел.

        Светофорҙың  һәр бер  төҫөн

         Юлдың  билдәләрен  бел.

    2. Нимә  өсөн  светофорҙың

        һиңә күҙен  ҡыҫҡанын.

        Нимә  өсөн  инспекторҙың

               Өҫкә  таяҡ  һуҙғанын.

    3. Юл  ситендә  ни  аңлатҡан

        Рәсем  баҫып  торғанын –

        Барыһын  белергә  тырыш,

        Дуҫтарыңдан  һораштыр.

    4. Машина  узғанын  көтмәй –

    Йүгермә  һин  тиҙерәк.

    Быны белеү  һәр  балаға,

    Ҡайҙа  йөрһә  лә  кәрәк.

             5.Һәләкәттәр  булмаһын  тип

                Теләйҙер  һәр бер  йөрәк.

                Шуға  күрә   йөрөгәндә

                 Бик  һаҡ  булырға  кәрәк.

     

    Йомғаҡлау.